Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
78.72
-0.12
92.41
-0.6
69.28
-0.26
21+ °C
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Хәл-ваҡиғалар
18 Октябрь 2022, 11:00

Нефтекамала дүрт айлыҡ ҡыҙ баланың үҙ карауатында үлгәнлеге тураһында мәғлүм булды

Фото:Ксения Калинина
Фото:Ксения Калинина

17 октябрь таңында Нефтекамала бер ғаиләгә ауыр ҡайғы килгән. «Башинформ»ға үҙ сығанаҡтарҙан мәғлүм булыуынса, атаһы менән әсәһе дүрт айлыҡ ҡыҙҙарын карауатта үле көйөнсә тапҡан.

Фажиғә алдынан баланың ауырығанлығы мәғлүм булған. Уның тән температураһы күтәрелгән, төндә әсәһе дарыу биргән. Ҡыҙ эсенә ятып йоҡлап киткән. Иртәгеһенә, сәғәт 11 тирәһендә баланың йөрәге тибеүҙән туҡтаған.

Ваҡиға урынында “тиҙ ярҙам” бригадаһы сабыйҙың үлемен теркәгән. Әле хоҡуҡ һаҡлаусылар үлемгә нимә килтергәне тураһында тикшереү уҙғара.  


https://www.bashinform.ru/news/law/2022-10-18/v-bashkirii-v-svoey-krovatke-vnezapno-skonchalas-chetyrehmesyachnaya-devochka-2993111

Читайте нас: