Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
92.13
-0.37
98.71
-0.2
89.38
+0.27
17+ °C
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Хәл-ваҡиғалар
20 Апрель 2022, 10:45

Башҡортостанда тәүге урман янғындары теркәлде

Ксения Калинина
Фото:Ксения Калинина

Уҙған тәүлектә Башҡортостанда быйыл тәүге тәбиғәт янғындары теркәлгән, улар һүндерелгән, тип хәбәр иттеләр Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының республика буйынса баш идаралығынан.

Баймаҡ районында 4,6 һәм 2,6 гектар майҙанда ике урман янғыны теркәлгән.

«2022 йылда янғын хәүефе осоро башланғандан алып 7,2 гектарҙа ике тәбиғәт янғыны сыҡҡан, — тип белдерҙе ҡотҡарыусылар. — Сағыштырыу өсөн: бер йыл элек ошо уҡ көнгә республикала 18,6 гектар майҙанда 11 тәбиғәт янғыны иҫәпләнгән».

Бөгөн Башҡортостандың урман фонды биләмәһендә беренсе, икенсе һәм өсөнсө класлы янғын хәүефе фаразлана.  Әбйәлил, Баймаҡ, Бөрйән, Йылайыр, Күгәрсен һәм Мәләүез райондары урмандарында өсөнсө класлы янғын хәүефе көтөлә.

https://www.bashinform.ru/news/law/2022-04-20/v-bashkirii-zaregistrirovany-pervye-lesnye-pozhary-2776199

Читайте нас: