Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
91.12
-0.19
98.31
-0.17
82.14
-1.02
12+ °C
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Хәл-ваҡиғалар
19 Апрель 2022, 10:39

Башҡортостан һыу һаҡлағысындағы юл-транспорт ваҡиғаһы тураһында тулыраҡ: 10 бала әсәйһеҙ ҡалды

Башҡортостан Республикаһы буйынса Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы
Фото:Башҡортостан Республикаһы буйынса Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы

18 апрелдә көндөҙ Ейәнсура районы Күгәрсен ауылы янында автомобиль Ямашлы һыуһаҡлағысына төшөп киткән. Рулдәге иҫерек ҡатын иҫән ҡалған, ә уның өс пассажиры йән биргән.

Башҡортостан Республикаһы буйынса Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы хәбәр итеүенсә, 1974 йылғы ҡатын иҫән-һау, 1969, 1973, 1986 йылғы пассажирҙарҙың ғүмере өҙөлгән.

Фажиғә сәбәптәре асыҡлана. Хәл Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Башҡортостан буйынса баш идаралығы контролендә.

«Башинформ» агентлығына билдәле булыуынса, ун бала әсәйһеҙ ҡалған. 53 йәшлек ҡатындың – биш, 49 йәшлегенең – өс һәм 36 йәшлегенең ике балаһы. 48 йәшлек водителдең иһә өс балаһы бар.

Яҡынса мәғлүмәттәр буйынса, улар бөтәһе лә һыуһаҡлағыс янындағы кафела эшләгән.

https://www.bashinform.ru/news/law/2022-04-18/podrobnosti-dtp-na-vodohranilische-v-bashkirii-bez-materey-ostalis-10-detey-2774336

Башҡортостан Республикаһы буйынса Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы
Фото:Башҡортостан Республикаһы буйынса Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы
Читайте нас: