Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
92.13
-0.37
98.71
-0.2
89.38
+0.27
17+ °C
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Хәл-ваҡиғалар
29 Март 2022, 17:10

Республикала 17 бала ултырған мәктәп автобусы юл фажиғәһенә осраған

Башҡортостан Республикаһы буйынса ЮХХДИ
Фото:Башҡортостан Республикаһы буйынса ЮХХДИ

Борай районында 29 мартта көндөҙ Өфө –Яңауыл автомобиль юлының 165-се саҡрымында мәктәп автобусы ҡатнашлығында юл-транспорт ваҡиғаһы теркәлгән.

Башҡортостан Республикаһы буйынса ЮХХДИ мәғлүмәте буйынса, «КамАЗ» менән «ПАЗ» мәктәп автобусы бәрелешкән.

Аварияла бер кем дә зыян күрмәгән. Автобуста 17 бала булған. ЮХХДИ хеҙмәткәрҙәре балаларҙы тәғәйенләнгән урынға оҙатыу өсөн ваҡиға урынына икенсе автобусты саҡырған.

https://www.bashinform.ru/news/law/2022-03-29/v-bashkirii-v-dtp-popal-shkolnyy-avtobus-s-17-detmi-v-salone-2748489

Читайте нас: