Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
92.13
-0.37
98.71
-0.2
89.32
+0.21
17+ °C
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Хәл-ваҡиғалар
21 Март 2022, 14:34

Ҡытайҙың көньяғында пассажирҙар самолеты һәләкәткә осраған

социаль селтәрҙәр
Фото:социаль селтәрҙәр

«Ҡытай Халыҡ Республикаһының Гуанси-Чжуан автономиялы районында China Eastern Airlines авиакомпанияһының Boeing 737 пассажирҙар самолеты ҡолаған», — тип хәбәр итте «РИА Новости» агентлығы Ҡытай Халыҡ Республикаһының милли телевидениеһына һылтанма менән. 

Ҡорбандар һәм яраланғандар тураһында әлегә мәғлүмәт юҡ. Телеграм-каналдар мәғлүмәте буйынса, бортта 133 кеше булған. Эҙләү-ҡотҡарыу эштәре алып барыла. Һәләкәт урынында урман янғыны башланған.

Агентлыҡҡа Рәсәйҙең Гуанчжоуҙағы генераль консуллығынан хәбәр итеүҙәренсә, лайнерҙа Рәсәй граждандарының булыуы тураһында мәғлүмәт юҡ.

https://www.bashinform.ru/news/law/2022-03-21/na-yuge-kitaya-razbilsya-passazhirskiy-samolet-2736761

социаль селтәрҙәр
Фото:социаль селтәрҙәр
Читайте нас: