Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
92.13
-0.37
98.71
-0.2
87.8
-0.1
14+ °C
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Хәл-ваҡиғалар
1 Февраль 2022, 12:08

Башҡортостандан вахтасылар ХМАО ятҡылығында зыян күргән

Ксения Калинина
Фото:Ксения Калинина

Ханты-Манси автономиялы округының Сорғот районындағы ятҡылыҡта газ сығып, яна башлаған. Фажиғәлә дүрт кеше, шул иҫәптән Башҡортостандан бер эшсе зыян күргән, тип хәбәр итте ТАСС ашығыс хеҙмәттәрҙәге сығанаҡҡа һылтанма менән.

«Яҡынса мәғлүмәттәр буйынса, перфораторҙы скважинға төшөргән саҡта, Сорғот районындағы ятҡылыҡта газ сыға башлаған. Тәне бешкән дүрт кеше дауаханаға оҙатылған», — тине агентлыҡ әңгәмәсеһе.

Янғын һүндерелгән. Прокуратура әлеге осраҡты тикшерә башлаған.

«Эшселәргә беренсе һәм икенсе дәрәжәләге тән бешеү диагнозы ҡуйылған. Бөтәһе лә үҙ аңында, ауыр хәлдәгеләр юҡ. Уларҙың ғүмеренә хәүеф янамай», — тип хәбәр итте ТАСС сығанағы. Улар — Башҡортостандан һәм Мари Элдан йөрөп эшләгән вахтасылар.

Вахтасылар Сорғоттоң тән бешеү үҙәгендә дауалана, тип билдәләнеләр Юграның һаулыҡ һаҡлау департаментында. Эшселәрҙең хәле уртаса ауырлыҡта тип баһалана. Табиптар уларға тейешле ярҙам күрһәтә.

https://www.bashinform.ru/news/law/2022-02-01/vahtovik-iz-bashkirii-poluchil-ozhogi-pri-pri-vybrose-gaza-na-mestorozhdenii-v-hmao-2675661

Читайте нас: