Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
80.33
0
94.05
0
68.26
+0.78
17+ °C
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Хәл-ваҡиғалар
18 Ғинуар 2022, 13:55

Башҡортостанда «Лада Приора» водителе һәм пассажиры юл фажиғәһендә һәләк булған

18 ғинуарҙа Р-240 трассаһындағы аварияла ике кешенең ғүмере өҙөлгән.

Башҡортостан Республикаһы буйынса ЮХХДИ
Фото:Башҡортостан Республикаһы буйынса ЮХХДИ

Башҡортостан Республикаһы буйынса ЮХХДИ хәбәр итеүенсә, бөгөн көндөҙгө сәғәт 1 тирәһендә Өфө-Ырымбур юлының 217-се саҡрымында  «Лада Приора» ҡаршыға килгән Skoda Octavia менән бәрелешкән.

Илебеҙ автомобиле водителе һәм уның пассажиры, ирүегеттәр, ашығыс медицина ярҙамы килеп еткнсе йән биргән. Skoda пассажиры дауаханаға оҙатылған.

Әле ваҡиға урынында полицияның тәфтиш-оператив төркөмө һәм башҡа ашығыс хеҙмәттәр эшләй. Фажиғә сәбәптәре асыҡлана.

https://www.bashinform.ru/news/law/2022-01-18/v-bashkirii-v-dtp-s-inomarkoy-na-trasse-pogibli-voditel-i-passazhir-lady-priory-2658550

Читайте нас: