Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
78.42
-0.11
92.74
+0.48
67.09
-0.02
15+ °C
Ясна
Бөтә яңылыҡтар
Хәл-ваҡиғалар
16 Декабрь 2021, 10:22

Татарстанда теркәлгән юл фажиғәһендә дүрт яҡташыбыҙҙың ғүмере өҙөлгән

Татарстанда М-7 трассаһында юл-транспорт ваҡиғаһы теркәлгән. Яҡынса мәғлүмәттәр буйынса, фажиғәлә дүрт яҡташыбыҙ һәләк булған.

«Татар-информ» мәғлүмәт агентлығының республика прокурорының өлкән ярҙамсыһы Руслан Ғәлиевҡа һылтанып хәбәр итеүенсә, Аҡтаныш районында «Вольво» фураһы (Силәбе номерҙары) менән «Шевроле» (Башҡортостан номерҙары) бәрелешкән.

Еңел автомобиль водителе һәм уның өс пассажиры урында йән биргән.

Автор:Наталья Овчарук
Читайте нас: