
Илнур Ҡәләмовҡа 38 йәш. Ул музыка студияһында эшләгән. Йырлай, көйҙәр ижад итә, яҡшы аранжировкалар яһай, тип хәбәр итте «Башинформ»ға Учалы журналисы Баныу Ҡаһарманова. Артист республикала «Юлдаш йыры» пректы буйынса ла билдәле.
Һуңғы тапҡыр уны Учалы районы Ураҙ ауылында күргәндәр. Ул телефонын юғалтҡан, социаль селтәрҙәрҙәге сәхифәләренә туғандары инә.
Туғандары полицияға ғариза яҙған. Уны ирекмәндәр ҙә эҙләй.
Илнур Ҡәләмовтың ҡайҙа икәнлеген белеүселәр булһа, 89603877214 йәки 102 номерына шылтыратыуҙы һорайҙар.