Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
91.69
-0.36
98.56
-0.08
82.82
-0.85
4+ °C
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Хәл-ваҡиғалар
10 Декабрь 2021, 15:49

Башҡортостанда пассажирҙар «ГАЗел»е менән Land Cruiser 200 бәрелешкән: биш кеше зыян күргән

Биш кеше дауаханаға оҙатылған.

Башҡортостан Республикаһы буйынса ЮХХДИ
Фото:Башҡортостан Республикаһы буйынса ЮХХДИ

«Башинформ» агентлығына Башҡортостан Республикаһы буйынса Юл хәрәкәте хәүефһеҙлеге дәүләт инспекцияһының матбуғат хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, Стәрлетамаҡ районында Өфө-Ырымбур автомобиль юлының 108-се саҡрымында Өфө яғына китеп барған «ГАЗель Некст» автобусы туҡтап торған машинаға бәрелгән.

Аварияла йәрәхәтләнгән биш кеше дауаханаға оҙатылған. Автоуста туғыҙ кеше булған, водитель ҡыҫылып ҡалған. Ваҡиға урынына ЮХХДИ, ашығыс ярҙам хеҙмәткәрҙәре, табиптар килгән.

«Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы хеҙмәткәрҙәре һәм Башҡортостандың Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитеты ҡотҡарыусылары водителде автобустан сығарған, пассажирҙар ҡотҡарыусылар килеп еткәнсе үҙҙәре сыҡҡан», — тип хәбәр иттеләр Башҡортостан Республикаһы буйынса Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының матбуғат хеҙмәтендә.

Ваҡиға сәбәптәре асыҡлана.

Башҡортостан Республикаһы буйынса ЮХХДИ
Фото:Башҡортостан Республикаһы буйынса ЮХХДИ
Башҡортостан Республикаһы буйынса ЮХХДИ
Фото:Башҡортостан Республикаһы буйынса ЮХХДИ
Читайте нас: