10:02 (UTC+5), 18 Февраля 2019

Башҡортостанда судта нефть заводында алты кеше һәләк булған шартлау тураһында эште ҡарайҙар

Олег Яровиков
IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2019 йыл, 18 февраль. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ксения Калинина/. Башҡортостан прокуратураһы «Башнефть» компанияһы филиалы «Башнефть-Уфанефтехим»дың техник күҙәтеү бүлеге секторы начальнигы, «Гидрокрекинг» ҡулайламаһы начальнигы, етештереү майҙансығының баш механигы һәм ике инженерына ҡарата енәйәт эшенең ғәйепләү һығымтаһын раҫланы. Улар «шартлау хәүефе булған объектта хәүефһеҙлек ҡағиҙәләрен боҙоу» статьяһы буйынса ғәйепләнә.
Республика прокуратураһының матбуғат хеҙмәтендә хәбәр итеүҙәренсә, ошо кешеләр шартлау хәүефе булған объектта хәүефһеҙлек ҡағиҙәләрен боҙған. Улар ҡулайлама коллекторҙарын тейешенсә ремонтлауҙы тәьмин итмәгән. Бынан тыш, эштәр тамамланғас, ҡорамалдың сәнәғәт хәүефһеҙлеге экспертизаһын үткәрмәгән.
Уларҙың үҙ эшен нисек етте шулай башҡарыуҙары арҡаһында 2016 йылдың июль төнөндә ҡулайламала газ-сеймал ҡатнашмаһы шартлап, ҙур янғын башланған. Һөҙөмтәлә аварияла алты хеҙмәткәр һәләк булған, икәүһе йәрәхәтләнгән. Ойошмаға 9 миллиард һумдан ашыу зыян килтерелгән.
Ғәйепләү һығымтаһының күсермәләре тапшырылғас, енәйәт эше ҡарау өсөн судҡа ебәрелә.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика