08:23 (UTC+5), 19 Апреля 2018

Республикала балалар баҡсаһында тәрбиәсе ҡайнар һыулы кәстрүлде баланың өҫтөнә ауҙарған

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы
IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2018 йыл, 19 апрель. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Әлфиә Әғлиуллина/. Туймазы ҡалаһындағы балалар баҡсаларының береһендә фажиғәле осраҡ теркәлгән. Тәрбиәсе һаҡһыҙлыҡ арҡаһында ҡайнар һыулы кәстрүлде баланың өҫтөнә ауҙарған. Тәне бешкән бала реанимацияға оҙатылған, тип хәбәр итә «Башҡортостан» дәүләт телерадиокомпанияһы хоҡуҡ һаҡлау органдарындағы сығанаҡҡа һылтанма менән.
Ғәҙәттән тыш хәл 17 апрелдә иртән булған. Яҡынса мәғлүмәт буйынса, әле ҡыҙыҡайҙың хәле тотороҡланған.
Республика Тәфтиш комитетында мәғлүмәт раҫланды.
«Рәсәй Тәфтиш комитетының Башҡортостан буйынса тәфтиш органдары әлеге осраҡ буйынса тикшереү уҙғара», — тип хәбәр итте «Башинформ» агентлығына Рәсәйҙең Башҡортостан буйынса Тәфтиш комитеты етәксеһенең өлкән ярҙамсыһы, юстиция полковнигы Светлана Абрамова.
http://www.bashinform.ru/news/1146638-v-bashkirii-v-detskom-sadu-vospitatel-oprokinula-kastryulyu-s-kipyatkom-na-rebenka/
Присоединяйтесь — больше и быстрее в наших соцсетях:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика