04:45 (UTC+5), 05 Мая 2017

Волга буйы транспорт прокуратураһы Башҡортостанда вертолет ҡолау осрағы буйынса тикшереү башланы

Ғәлиә Нәбиева
ӨФӨ, 2017 йыл, 5 май. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ғәлиә Нәбиева/. Волга буйы транспорт прокуратураһы Башҡортостандағы фажиғә менән бәйле тикшереү эше ойошторҙо. 4 майҙа республиканың Белорет районында «Лайт Эйр» авиакомпанияһының Robinson R44 вертолеты авиафажиғәгә тарыны.
Яҡынса мәғлүмәттәр буйынса, һауа судноһы урындағы ваҡыт буйынса көндөҙгө сәғәт 2-лә «Башҡортостан Республикаһы Урман янғындарын иҫкәртеү һәм һүндереү үҙәге» дәүләт бюджет учреждениеһы менән төҙөлгән килешеү буйынса урман һағы авиаэштәрен башҡарыу өсөн Белореттан осоп китә.
Һауа судноһы командиры, Башҡортостан Урман хужалығы министрлығы хеҙмәткәре һәм Башҡортостан Республикаһы Урман янғындарын иҫкәртеү һәм һүндереү үҙәге вәкиле һәләк булған, тип хәбәр ителә прокуратура сайтында.
Фажиғә тау-урман ерендә була. Хәл-ваҡиға урынына Стәрлетамаҡ транспорт прокуроры урынбаҫары, тикшереү төркөмө, Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы хеҙмәткәрҙәре юлланған.
Килеп тыуған хәл менән бәйле Волга буйы транспорт прокуратураһы осоу хәүефһеҙлеге тураһында ҡануниәтте үтәүгә тикшереү ойошторҙо.
Стәрлетамаҡ һәм Өфө транспорт прокуратураларына тикшереү үткәрергә ҡушылған. Тикшереүсе органдар башҡарған эш барышы контролгә алынған.
Присоединяйтесь — больше и быстрее в наших соцсетях:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика