02:04 (UTC+5), 04 Апреля 2017

Санкт-Петербургта метрола шартлау яңғыраған, ҡорбандар бар

«Известия» гәзите сайты
Ксения Калинина
ӨФӨ, 2017 йыл, 4 апрель. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ксения Калинина /. 3 апрелдә көндөҙ Санкт-Петербургта метрола шартлау һөҙөмтәһендә унлаған кеше һәләк булған һәм 50-ләп, шул иҫәптән балалар зыян күргән. Ошо хаҡта ашығыс хеҙмәттәрҙә «РИА Яңылыҡтар» агентлығы сығанағына һылтанып, «Известия» гәзите хәбәр итә.
«Әлеге минутта – 50-ләгән зыян күреүсе. Улар менән медицина хеҙмәткәрҙәре эшләй. Ашығыс ярҙам бригадаларының һаны әлеге ваҡытта 17, улар артасаҡ. Петербург губернаторы ғәҙәттән тыш хәл урынында. Оператив штаб үҙ эшен алып бара», — тине Санкт-Петербург губернаторының матбуғат секретары.
ТАСС агентлығы хәбәр итеүенсә, поезд ҡуҙғалып киткәндән һуң «Сенная майҙаны» һәм «Технологик институт» станциялары араһында вагонда билдәле булмаған ҡоролманың эшләүе сәбәпле шартлау булған.
«Яндекс»тың оператив мәғлүмәттәренә ярашлы, Петербург метрополитенының бөтә станциялары ла ябылған. Пассажирҙар эвакуациялана.
Һәләк булған һәм яраланған кешеләр буйынса мәғлүмәт асыҡлана. Ҡорбандар араһында Башҡортостан кешеләренең бармы-юҡмы икәнлеге әлегә билдәһеҙ. Төбәктәрҙә йәмәғәт урындарында – вокзал, аэропорт биналарында, сауҙа үҙәктәрендә оператив хәл итеү саралары индереләсәге хаҡында мәғлүмәт асыҡлана.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика