Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
81.14
0
92.22
0
67.96
+2.11
19+ °C
Ясна
Баш
Рус
Eng
Бөтә яңылыҡтар
Хәл-ваҡиғалар
3 Июнь 2016, 11:43
Республикала өс йорт янған
Илдар Бикбаев
ӨФӨ, 2016 йыл, 3 июнь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Арина Рәхимҡолова/. Башҡортостанда өс йорт тулыһынса янып бөткән. Салауат районы Мөрсәлим ауылында өс ғаилә ҡыйыҡһыҙ ҡалған.
2 июндә киске 5 тула 20 минутта Совет урамында янғын сыға. Башҡортостандың Йәмәғәт палатаһы аппараты етәксеһе Илдар Бикбаев ваҡиға урынында булды. Йәмәғәтсе әйтеүенсә, ҡорбандар юҡ, янғын һүндерелгән. Ваҡиғаның сәбәптәре асыҡлана.
«Фажиғәлә өс ғаилә зыян күргән, уларҙа 5 айлыҡ, 2,5, 17 һәм 20 йәшлек балалар бар. Салауат районы башлығы Ғәли Хәйретдинов шунда уҡ ваҡиға урынына килеп, кешеләрҙе урынлаштырыу буйынса эштәргә етәкселек итте», — тип һөйләне Илдар Бикбаев.
Теги:
янғын
хәл-ваҡиғалар
Читайте нас: