Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
79.15
0
91.84
0
62.51
+0.52
-20 °C
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Хәл-ваҡиғалар
17 Март 2016, 11:08

Өфө нефть эшкәртеү заводында янғын сыҡты

Олег Яровиков
Олег Яровиков
ӨФӨ, 2016 йыл, 17 март. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Артур Басиров/. Кисә Өфөлә нефть эшкәртеү заводында янғын сыҡты. «Башнефть-Өфө нефть эшкәртеү заводы» филиалы биләмәһендәге тауар етештереү паркында дизель яғыулығы янды.
Республика буйынса Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы мәғлүмәттәре буйынса, киске сәғәт 12-се 11 минутта ут сығыуы тураһында хәбәр килә. Янғын һәм авария хеҙмәттәренең оператив эш итеүе һөҙөмтәһендә төнгө 1-се 18 минутҡа янғын һүндерелә. Ҡорбандар һәм зыян күреүселәр юҡ.
«Башнефть» компанияһының матбуғат хеҙмәте хәбәр итеүенсә, ваҡиға производстволағы эшкә йоғонто яһамаған. Уның сәбәптәрен асыҡлау өсөн комиссия төҙөлгән.
Читайте нас