Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
76.25
-0.72
89.14
-0.87
62.51
+0.52
17+ °C
Облачно
Баш
Рус
Eng
Хәл-ваҡиғалар
7 Октября 2015, 12:35
Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы 8 октябрҙә төбәктә дауыл сығыу ихтималлығы хаҡында иҫкәртә
Олег Яровиков
ӨФӨ, 2015 йыл, 7 октябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ольга Мортазина/. Башгидромет мәғлүмәттәре буйынса, 8 октябрҙә Башҡортостанда епшек ҡар яуыуы, елдең секундына 15-20 метрға тиклем көсәйеүе, боҙлауыҡ, электр сымдарына, ағастарға епшек ҡар йәбешеүе, ваҡытлыса ҡар ятыуы, төньяҡ-көнбайыш райондарҙа буран сығыуы көтөлә.
«Ошондай һауа шарттарында төрлө авариялар: ағастарҙың һыныуы, электр сымдарының өҙөлөүе, юл-транспорт ваҡиғалары булыуы ихтимал. Һаҡ булыуығыҙҙы һорайбыҙ», — тип мөрәжәғәт иттеләр граждандарға Башҡортостан буйынса Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығында.
Теги:
һауа торошо
Читайте нас