Өфөлә башҡорт теле һәм әҙәбиәте буйынса төбәк-ара олимпиадаға йомғаҡ яһалды. Баһалау һөҙөмтәләре буйынса 16 уҡыусы олимпиада еңеүселәре тип танылды һәм Башҡортостан Мәғариф министрлығының дипломдары, аҡсалата приздар менән бүләкләнде. Улар иҫәбендә Дәүләкән, Ғафури, Мәләүез, Баймаҡ, Хәйбулла, Туймазы, Баҡалы райондары, Өфө, Нефтекама ҡалалары, Республика инженер лицей-интернаты, 2-се «СМАРТ» республика полилингваль күп профилле гимназияһы уҡыусылары бар.
Олимпиадала Башҡортостандан, Силәбе, Ырымбур, Һамар, Ҡурған өлкәләренән 372 уҡыусы ҡатнашты. Башҡорт телен иң яҡшы белеүселәрҙе асыҡлау өсөн башҡорт теле һәм әҙәбиәтенән викторина һәм тест, текст буйынса эштәр (лексик-грамматик эштәр) һәм диалог төҙөргә тәҡдим ителде.
Бынан тыш, 98 призер билдәләнде, уларға Башҡортостандың Мәғариф министрлығы дипломдары һәм иҫтәлекле бүләктәр тапшырылды. Ә 20 уҡыусы «Аҡбуҙат», «Аманат» журналдарынан, «Йәншишмә» гәзитенән һәм юғары уҡыу йорттарынан махсус бүләктәр алып ҡыуанды.