Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
76.03
-0.24
90.98
-0.32
62.51
+0.52
-7 °C
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Мәғариф
12 Ғинуар , 11:49

Йылдың тәүге эш көнөндә Башҡортостанда яңы мәктәп асылды

Республика етәксеһе Радий Хәбиров ҡыуаныслы яңылығы менән уртаҡлашты.

видеонан скриншот / Радий Хәбировтың телеграм-каналы
Фото: видеонан скриншот / Радий Хәбировтың телеграм-каналы

12 ғинуарҙа Өфө районының Шмидт ауылында яңы белем биреү үҙәге асылды. Тантаналы сарала мәктәп уҡыусылары һәм уҡытыусылары, шулай уҡ Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров ҡатнашты. Был хаҡта ул үҙенең социаль селтәрҙәге сәхифәһендә хәбәр итте.

 — Яңы йылды мөһим һәм күңелле ваҡиғанан башлауыбыҙ символик мәғәнәгә эйә. Бөгөн Өфө районының Шмидт ауылында яңы мәктәп астыҡ. Ҙур, заманса белем биреү үҙәге Рәсәй Геройы Илдар Суфияровтың исемен йөрөтәсәк, — тип һөйләне республика етәксеһе «Башинформ» хәбәрсеһенә биргән интервьюһында.

Яҡын арала республикала тағы бер нисә ҙур объектты асыу планлаштырыла, тип өҫтәне Радий Хәбиров.

— Оҙайлы каникулдар тамамланды, алда эштәр күп. Яңы көс менән 2026 йылға ҡуйылған бурыстарҙы хәл итергә тотонабыҙ, — тип билдәләне республика етәксеһе һәм бөтәһенә лә яңы йылда уңыштар теләне.

https://www.bashinform.ru/news/obrazovanie/2026-01-12/v-pervyy-rabochiy-den-goda-v-bashkirii-otkryli-novuyu-shkolu-4533673

Автор: Әлфиә Әһлиуллина
Читайте нас