Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
76.03
-0.24
90.98
-0.32
62.51
+0.52
-7 °C
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Мәғариф
18 Декабрь 2025, 17:26

Республикабыҙ балалары Кремль шыршыһына бара – Мәғариф министрлығы

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы / архив
Фото: «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы / архив

Башҡортостандан 120 бала 24-27 декабрҙә Мәскәүҙә Кремль шыршыһында ҡатнаша. Был хаҡта «Башинформ»ға республика Мәғариф министрлығының матбуғат хеҙмәтенән хәбәр иттеләр.

— Башҡортостандан илебеҙҙең баш ҡалаһына яңы йыл байрамдарында ҡатнашыу өсөн ҙур делегация – 120 бала һәм 19 оҙатыусы бара. Уларҙың күбеһе — махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларҙың балалары, — тип асыҡлыҡ индерҙеләр ведомствола.

Ошо уҡ көндәрҙә республиканан 20 бала Түбәнге Новгородҡа Рәсәй президентының Волга буйы федераль округындағы тулы хоҡуҡлы вәкиле шыршыһына юллана, тип өҫтәнеләр министрлыҡта. Башҡортостан балаларының сәфәрен ойоштороу мәсьәләләре менән республика Башлығы хакимиәте шөғөлләнә.

Быйыл Мәскәү Кремлендә йәш ҡунаҡтарҙы «Заветные Куранты» спектакле — хыялдар, дуҫлыҡ һәм ҡаршылыҡтарҙы еңеп сығыу тураһында матур әкиәт көтә.

Байрам программаһы өс өлөштән тора: күңел асыу өлөшө, йәнһүрәт һәм төп спектакль. Спектакль башланыуға бер сәғәт ҡалғас фойела байрам мөхитен тыуҙырыу өсөн интерактив-күңел асыу программаһы ойошторола.

Белешмә

Кремль шыршыһы – йыл һайын балалар өсөн Дәүләт Кремль һарайында үткәрелгән яңы йыл тамашаһы. Был сара тәүге тапҡыр 1937 йылда уҙғарыла һәм шул ваҡыттан алып меңәрләгән балалар өсөн традицион яңы йыл байрамына әүерелә.

https://www.bashinform.ru/news/obrazovanie/2025-12-18/deti-iz-bashkirii-otpravyatsya-na-kremlevskuyu-elku-minprosvescheniya-4512793

Автор: Әлфиә Әһлиуллина
Читайте нас