

Рәсәйҙә электрон студент билеттары һәм зачет кенәгәләре индерелә. Дәүләт Думаһы пленар ултырышта икенсе һәм өсөнсө уҡыуҙа «Рәсәй Федерацияһында мәғариф тураһында» законға үҙгәрештәр ҡабул итте.
Законға ярашлы, вуз студенттары, ординаторҙар һәм аспиранттар үҙҙәренең уҡыу йортоноң электрон мәғлүмәт ресурстары, Дәүләт хеҙмәттәре порталы, шулай уҡ МАХ милли мессенджеры аша электрон студент билеттары һәм зачет кенәгәләре менән файҙаланырға мөмкин. Шул уҡ ваҡытта студенттың шәхси ғаризаһы буйынса уларҙы ҡағыҙ рәүешендә лә алырға була.
Оборона һәм хәүефһеҙлек менән бәйле юғары уҡыу йорттары студенттары өсөн электрон документтар индерелмәй.
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ». Свидетельство о регистрации СМИ № ТУ 02-01609 от 25.09.2017 г., выдано Управлением Федеральной службы по надзору в сфере связи, информационных технологий и массовых коммуникаций по Республике Башкортостан.
Вся информация и материалы, размещенные на сайте www.bashinform.ru защищены международным и российским законодательством об авторском праве и смежных правах.
18+ запрещено для детей.