Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
79.73
0
93.56
0
61.12
-0.16
-3 °C
Ҡар
Бөтә яңылыҡтар
Мәғариф
11 Декабрь , 17:14

Башҡортостандан Алһыу Саттарова илдең иң яҡшы тәрбиәселәре иҫәбенә инде

Стәрлетамаҡтың 70-се балалар баҡсаһы тәрбиәсеһе Алһыу Саттарова XIII «Рәсәй тәрбиәселәре» Бөтә Рәсәй конкурсында «Йәш профессионалдар» номинацияһында икенсе урынды яуланы.

Мәскәүҙә XIII «Рәсәй тәрбиәселәре» Бөтә Рәсәй конкурсы еңеүселәрен бүләкләү тантанаһы үтте.

Конкурс һынауҙары йомғаҡтары буйынса Стәрлетамаҡтың 70-се балалар баҡсаһы тәрбиәсеһе Алһыу Әлим ҡыҙы Саттарова «Йәш профессионалдар» номинацияһында еңеүсе булды һәм 2-се дәрәжә диплом менән бүләкләнде.

Стәрлетамаҡ хакимиәтенән хәбәр итеүҙәренсә, конкурста ил төбәктәренән 4 000-дән ашыу педагог ҡатнашты. 77 педагог лауреат булды һәм 12 номинацияла I, II һәм III дәрәжә еңеүселәр дипломын алды.

https://www.bashinform.ru/news/obrazovanie/2025-12-11/alsu-sattarova-iz-bashkirii-voshla-v-chislo-luchshih-vospitateley-strany-4503029

Автор: Әлфиә Әһлиуллина
Читайте нас