

2026 йылдың 1 ғинуарынан ата-әсәләр балалары сәнғәт өлкәһендәге федераль белем биреү ойошмалары, шул иҫәптән балет мәктәптәре интернаттарында йәшәүе һәм туҡланыуы өсөн түләмәй. Тейешле документты Дәүләт Думаһы депутаттары ҡабул итте.
Закон төрлө төбәктәрҙән һәләтле балаларға ярҙам итеүгә, уларҙың ғаиләләренә, айырыуса ишле һәм аҙ тәьмин ителгән ғаиләләргә финанс йөкләмәһен кәметеүгә, шулай уҡ йәшәгән урынға һәм килемгә ҡарамаҫтан, сәнғәт өлкәһендә сифатлы белем алыу өсөн тигеҙ мөмкинлектәр булдырыуға йүнәлтелгән.
Был аҙым илебеҙҙең төрлө мөйөштәренән һәләтле балаларға үҙ потенциалын тормошҡа ашырырға һәм өҫтәмә финанс сығымдарһыҙ сәнғәт өлкәһендә һөнәри белем алырға мөмкинлек бирергә тейеш.
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ». Свидетельство о регистрации СМИ № ТУ 02-01609 от 25.09.2017 г., выдано Управлением Федеральной службы по надзору в сфере связи, информационных технологий и массовых коммуникаций по Республике Башкортостан.
Вся информация и материалы, размещенные на сайте www.bashinform.ru защищены международным и российским законодательством об авторском праве и смежных правах.
18+ запрещено для детей.