Башҡортостандың мәғариф министры яҡынлашып килгән көҙгө мәктәп каникулдары тураһында иҫкә төшөрҙө.
«Уҡыу календарына ярашлы, мәктәп уҡыусылары өсөн көҙгө каникулдар – 2025 йылдың 25 октябренән 2 ноябренә тиклем. Быйыл каникулдан һуң беҙҙе дәүләт байрамы — 4 ноябрҙә билдәләнгән Халыҡтар берҙәмлеге көнө көтә. Шулай итеп, уҡыусылар туғыҙ көн (25 октябрҙән 4 ноябргәсә) ял итә. Шаршамбы, 5 ноябрҙә, балалар яңы көс-дәрт менән парта артына ултыра», — тип яҙҙы Илдар Мәүлитбирҙин социаль селтәрҙәге сәхифәһендә.
Министр шулай уҡ ата-әсәләргә каникул осоронда балаларҙың именлеге хаҡында хәстәрлек күреүҙе һорап мөрәжәғәт итте. Ә уҡыусыларға был көндәрҙе файҙалы итеп үткәреүҙәрен теләне. Әйтәйек, күберәк саф һауала йөрөргә, ҡыҙыҡлы китаптар уҡырға, ғаилә менән ваҡыт үткәрергә һәм мәҙәни сараларға йөрөргә.