Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
83.07
-1.31
97.45
-1.88
67.49
+0.05
11+ °C
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Мәғариф
8 Сентябрь , 16:13

Башҡортостанда «ГеоСаҡырыу» халыҡ-ара чемпионаты башланды

Чемпионатта ҡатнашыусыларҙы һәм ҡунаҡтарҙы Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров сәләмләне.

Радий Хәбировтың социаль селтәрҙәре
Фото:Радий Хәбировтың социаль селтәрҙәре

«Башҡортостанда «ГеоСаҡырыу» халыҡ-ара чемпионатында ҡатнашыусыларҙы сәләмләйбеҙ. Беҙ уны өсөнсө тапҡыр ҡабул итәбеҙ, йылдан-йыл ул популярлаша бара. Быйыл республикабыҙға Рәсәйҙең 16 төбәгенән һәм 16 сит илдән 38 команда килде.

Сарала иң яҡшы студенттар, буласаҡ геологтар ҡатнаша. Улар ошо һөнәрҙең абруйын күтәрә, ә Башҡортостан геология фәненең үҙәгенә әүерелә. Ер аҫты байлыҡтары, үҙенсәлекле тәбиғәте булған республикабыҙ өсөн был бик мөһим», — тип яҙҙы республика етәксеһе социаль селтәрҙәге сәхифәһендә.

Радий Хәбиров һүҙҙәренсә, бер нисә көн дауамында йәштәр теоретик белемен камиллаштыра, практик күнекмәләрҙе үҙләштерә. Республиканың төрлө төбәктәренә экскурсиялар ойошторола.

«ГеоСаҡырыу» чемпионаты — Ер аҫты байлыҡтарын файҙаланыу буйынса федераль агентлыҡ менән берлектә алып барылған күп планлы ҙур эштең бер өлөшө, тине ул. Башҡортостан чемпионатты үткәреү өсөн даими майҙансыҡ булырға әҙер.

Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, быйыл чемпионатта донъяның 16 иленән: Үзбәкстан, Ҡаҙағстан, Беларусь, Алжир, Гана, Эфиопия, Монголия, Палестина, Мозамбик, Гвинея, Көньяҡ Африка Республикаһы, Буркина-Фасо, Ираҡ, Зимбабве, Ҡытай һәм Мысырҙан 300 кешенең ҡатнашыуы көтөлә. Студент-геологтар ун бер көн буйына ялан шарттарында үҙҙәренең белемен һәм оҫталығын күрһәтә.

https://www.bashinform.ru/news/obrazovanie/2025-09-08/v-bashkirii-startoval-mezhdunarodnyy-chempionat-geovyzov-4378641

Автор:Әлфиә Әһлиуллина
Читайте нас: