Радий Хәбиров уҙған аҙнаға йомғаҡ яһағанда Өфөлә үткән беренсе курс студенттары байрамы тураһында әйтеп үтте.
«Был традицияға әүерелергә тейеш, ә бейеү өсөн генә түгел, — тип йөкләмә бирҙе республика етәксеһе. — Сит ҡалаларҙа уҡыған студенттарыбыҙға ярҙам итеү эше тураһында муниципалитет башлыҡтарының хәтеренә төшөрәм. Беҙҙең вәкиллектәр ошо эште координацияларға тейеш. Зинһар, быны контролдә тотоғоҙ».
Хәбәр иткәнебеҙсә, Радий Хәбиров 4 сентябрҙә Өфөнөң Көрәш һарайында беренсе курс студенттарына бағышлау байрамында ҡатнашты.