Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
76.01
+0.09
90.29
+1.23
62.51
+0.52
-30 °C
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Иҡтисад
26 Ғинуар , 15:21

Быйыл йәй Өфөнән Аҡтауға осош башлана

Был хаҡта Өфө аэропортының генераль директоры Александр Андреев белдерҙе.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы / архив
Фото: «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы / архив

Бөгөн, 26 ғинуарҙа, «Өфө» халыҡ-ара аэропортының генераль директоры Александр Андреев хөкүмәттең оператив кәңәшмәһендә быйыл йәй осоштар географияһын киңәйтеү пландары хаҡында һөйләне. Уның һүҙҙәренсә, йәйгеһен Аҡтауға (Ҡаҙағстан) яңы рейс асырға әҙерләнәләр.

Уның һүҙҙәренсә, йәйге миҙгелдә эске һәм тышҡы йүнәлештәр буйынса көн һайын 60-тан ашыу рейс планлаштырыла. Шулай уҡ Ҡытай, Шри-Ланка һәм Вьетнам кеүек популяр маршруттар буйынса осоштарҙы дауам итергә ҡарар ителде.

https://www.bashinform.ru/news/economy/2026-01-26/etim-letom-iz-ufy-planiruyut-zapustit-polety-v-aktau-4550529

Автор: Әлфиә Әһлиуллина
Читайте нас