Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
80.72
0
94.51
0
60.47
+0.65
-13 °C
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Иҡтисад
18 Декабрь , 14:10

Башҡортостан Дәүләт Йыйылышы киләһе өс йылға республика бюджетын ҡабул итте

Олег Яровиков / «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы
Фото: Олег Яровиков / «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы

Бөгөн етенсе саҡырылыш республика Дәүләт Йыйылышының 28-се пленар ултырышында депутаттар икенсе һәм өсөнсө уҡыуҙа киләһе өс йылға Башҡортостан бюджетын ҡабул итте.  

Башҡортостандың финанс министры вазифаһын башҡарыусы Светлана Малинская һүҙҙәренсә, беренсе уҡыу менән сағыштырғанда республиканың 2026 йылға бюджетының килем һәм сығым өлөшө 2,1 миллиард һумға артҡан. Был федераль бюджеттан аҡсаны арттырыу (түләүһеҙ керемдәр) һәм нефть продукттарына акциздар буйынса юғарыраҡ прогноз иҫәбенә мөмкин булды.

Башҡортостан бюджетының килеме — 316,2 миллиард һум, сығымы 338,7 миллиард һум, дефицит 22,5 миллиард һум кимәлендә планлаштырыла.

Светлана Малинская билдәләүенсә, милли иҡтисадҡа, торлаҡ-коммуналь хужалыҡҡа, мәғарифҡа, һаулыҡ һаҡлауға һәм социаль өлкәгә сығымдар арта. 2028 йылға дефицитһыҙ кимәлгә сығыу билдәләнгән. 2027 йылда килем – 334,7 миллиард һум, сығым – 343,7 миллиард һум, дефицит 9 миллиард һум кимәлендә планлаштырыла. 2028 йыл: килем – 353,9 миллиард һум, сығым – 353,9 миллиард һум, дефицит – 0.

https://www.bashinform.ru/news/economy/2025-12-18/gssobranie-bashkirii-prinyalo-byudzhet-regiona-na-predstoyaschie-tri-goda-4512248

Олег Яровиков / «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы
Фото: Олег Яровиков / «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы
Автор: Азат Ғиззәтуллин
Читайте нас