Башҡортостанға, шул иҫәптән Рәсәй Федерацияһының 18 субъектына йыл аҙағына тиклем социаль газ үткәреү программаһына өҫтәмә аҡса бүленә. Был хаҡта федераль хөкүмәттә хәбәр иттеләр. Төбәктәр был аҡсаны йорттарҙы газ селтәрҙәренә тоташтырыуға субсидиялар өсөн файҙалана ала.
Бындай ярҙамға күп балалы ата-әсәләр һәм аҙ килемле граждандар, МХО-ла ҡатнашыусылар һәм уларҙың ғаилә ағзалары, I төркөм инвалидтары, инвалид балаларҙы ҡараған кешеләр, Бөйөк Ватан һуғышы ветерандары хоҡуҡлы.
2025 йылда 55 төбәктә социаль газ үткәреү программаһын тормошҡа ашырыу өсөн бөтәһе 1 миллиард һум йүнәлтелгән.
Был программаны ил президенты 2021 йылда иғлан итте. Башҡортостан ошо проекттың лидеры булып тора.