Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
80.72
0
94.51
0
60.47
+0.65
-13 °C
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Иҡтисад
4 Декабрь , 14:24

Өфөлә торлаҡты ҡуртымға алыу хаҡы ҡиммәтләнә

Олег Яровиков / «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы
Фото: Олег Яровиков / «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы

Өфөлә ноябрь йомғаҡтары буйынса 1 бүлмәле фатирҙы ҡуртымға алыу хаҡы – 24,9 мең һум самаһы, 2 бүлмәле – 33,8 мең һум, 3 бүлмәлеһе – 44,6 мең һум, тип хәбәр итә «Фатирҙар донъяһы» порталы. Октябрь менән сағыштырғанда хаҡтар бер аҙ түбәнерәк, әммә был йыл башына ҡарағанда ҡиммәтерәк.

Ғинуарҙа уртаса хаҡтар бер бүлмәле фатир өсөн уртаса хаҡ 24,2 мең һум, ике бүлмәле өсөн 31 мең һум һәм өс бүлмәле өсөн яҡынса 42 мең һум булған.

Бәләкәй фатирҙарҙы ҡуртымға алыу ҡиммәт түгел.

Сервис аналитиктары билдәләүенсә, тотош илдә ике ай рәттән ҡуртым ставкалары түбәнәйә. «Ҡуртымға алыусылар юғары түләүҙән баш тарта, сауҙалаша һәм ҡала үҙәгенә алыҫтараҡ  урынлашҡан варианттарҙы йәки бәләкәйерәк торлаҡты ҡарарға әҙер», — тип билдәләй платформа эксперттары.

https://www.bashinform.ru/news/economy/2025-12-04/v-ufe-prodolzhaet-povyshatsya-arenda-zhilya-4492957

Автор: Элина Әхмәтова
Читайте нас