Киләһе йылдың 1 ғинуарынан минималь эш хаҡы күләме айына 27 093 һумға еткерелә. Башҡортостанда иһә Урал коэффициенты менән бергә минималь хеҙмәт хаҡы 31 156 һум 95 тин була.
Был турала республиканың Дәүләт хеҙмәт инспекцияһынан хәбәр иттеләр, эш биреүселәр МРОТ-тан кәм булмаған хеҙмәт хаҡы түләргә бурыслы, тип яҙылған Рәсәйҙең Хеҙмәт кодексында.
Быйыл республикала МРОТ күләме Урал коэффициенты менән бергә һәм НДФЛ тотолғансы 25 806 һум тәшкил итә. Дөйөм алғанда, 20,7% артырға тейеш.