09:51 (UTC+5), 16 Сентябрь 2025

Башҡортостанда бензин йәнә ҡиммәтләнде

Бөтә позицияларҙа тиерлек хаҡ 30 тингә артты.

Фото: Ксения Калинина
Ксения Калинина

«Башнефть» яғыулыҡ ҡойоу станцияларында йәнә бензин ҡиммәтләнгән. 2 сентябрҙә лә компания хаҡты арттырғайны. Хәҙер водителдәргә АИ-92 маркалы яғыулыҡтың бер литры өсөн 57,55 һум түләргә тура килә (+ 30 тин), ATUM-92 – 58,65 һум (+30), АИ-95 61,4 һум (+30 тин) тора, ATUM-95 иһә 62,55 һумға һатыла. Дизель яғыулығы – 68,6 һум, АИ-100 маркалы бензин – 80,65 һум.

Башҡа компаниялар менән сағыштырғанда, мәҫәлән, IRBIS АЗС-да АИ-92 – 57,99 һум, АИ-92 XTRim – 58,99 һум, АИ-95 XTRim – 64,99 һум, ДТ 66,99 һум тора.

UFAOIL АЗС-да АИ-92 Евро – 56,77 һум, АИ-92 – 57,27 һум, АИ-95 Евро – 61,47 һум, АИ-95 61,97 һум һәм ДТ Евро 66,97 һумға төшә.

https://www.bashinform.ru/news/economy/2025-09-16/na-azs-v-bashkirii-opyat-podorozhal-benzin-4389801

Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адресы
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Реклама хеҙмәте
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика