

Башҡортостанда сәселгән баҫыуҙарҙың 46% — 960 мең гектар майҙан һуғылған, 2,6 миллион тонна иген йыйып алынған, уртаса уңыш иһә гектарынан 29 центнер тәшкил итә. Хөкүмәттең оператив кәңәшмәһендә вице-премьер – ауыл хужалығы министры башлығы Илшат Фәзрахманов ошо турала һөйләне. Ураҡ ҡатмарлы шарттарҙа бара, уҙған аҙнала комбайндар тәүлегенә уртаса 30 мең гектар үткән. Был аҙнала яҡшы һауа торошо булыр тип көтөлә. Ауыл хужалығы министрлығы темпты арттырырға һәм тәүлегенә 45 мең гектар ашлыҡ йыйып алырға иҫәп тота.
Шәкәр сөгөлдөрө майҙандарының 20% йыйып алынған (418 мең тонна, уңыш 426 центнер). Май культуралары йыйып алынған 10% майҙандан 100 мең май орлоғо алынған, ә бөтәһе 640 мең гектар сәселгән.
Яҙғы культураларҙы йыйыу менән бер үк ваҡытта ужым сәсеү бара: пландың 59% (232 мең гектар) сәселгән.
https://www.bashinform.ru/news/economy/2025-09-15/v-bashkirii-sobrano-2-6-mln-tonn-zerna-4388347
© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән.
Об использовании персональных данных
Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.
18+
Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.
«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.