

Федераль бюджет Башҡортостанға кесе һәм урта эшҡыуарлыҡты, үҙмәшғүлдәрҙе субсидиялау өсөн тағы 148,5 миллион һум бүлә. Был аҡса 2024 йылға, тиелә Рәсәй Федерацияһы хөкүмәте бойороғонда.
Башҡортостан быйыл бәләкәй һәм урта бизнесты үҫтереүгә бүленгән федераль аҡса күләме буйынса лидер булып тора.
«Башҡортостанда эшҡыуарҙарҙың һәм үҙмәшғүлдәрҙең үҫеше өсөн гранттар, субсидиялар, льготалы лизинг, микрозаймдар, консультация-мәғлүмәт һәм белем биреү хеҙмәттәре бар», – тигәйне Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров бер ай элек уҙған эшҡыуарлыҡ берләшмәһе менән осрашыуҙа.
Республиканың бәләкәй һәм урта бизнес өлкәһендә 560 меңдән ашыу кеше эшләй. Иҡтисадтың был секторы тулайым төбәк продуктының өстән бер өлөшөн тиерлек формалаштыра.
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ». Свидетельство о регистрации СМИ № ТУ 02-01609 от 25.09.2017 г., выдано Управлением Федеральной службы по надзору в сфере связи, информационных технологий и массовых коммуникаций по Республике Башкортостан.
Вся информация и материалы, размещенные на сайте www.bashinform.ru защищены международным и российским законодательством об авторском праве и смежных правах.
18+ запрещено для детей.