

Өфөлә яңы төҙөлгән йорттар ноябрь айында тағы 3% ҡиммәтләнгән. «Фатирҙар донъяһы» порталы мәғлүмәттәре буйынса, уҙған айҙа Башҡортостандың баш ҡалаһында яңы фатирҙың уртаса хаҡы 7,56 миллион һум тәшкил иткән.
2023 йылдың ноябре менән сағыштырғанда уртаса фатирҙың хаҡы 10,2% артҡан.
Илдең бик күп ҙур ҡалаларында ла ошоға оҡшаш хәл күҙәтелә: ноябрҙә яңы төҙөлгән йорттар льготалы ипотека ғәмәлдән сығарылғандан алып (2024 йылдың 1 июленән) иң юғары үҫеш күрһәтте. Бында инфляция һәм төҙөлөштөң ҡиммәтләнеүе, шулай уҡ яңы йыл алды ажиотажын көтөү төп роль уйнай, тип иҫәпләй баҙар аналитиктары.
Августа Өфөлә яңы төҙөлгән йорттағы фатирҙың уртаса хаҡы 7,2 миллион һум тәшкил иткән.
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ». Свидетельство о регистрации СМИ № ТУ 02-01609 от 25.09.2017 г., выдано Управлением Федеральной службы по надзору в сфере связи, информационных технологий и массовых коммуникаций по Республике Башкортостан.
Вся информация и материалы, размещенные на сайте www.bashinform.ru защищены международным и российским законодательством об авторском праве и смежных правах.
18+ запрещено для детей.