Шаршамбы, 15 Апрель 2026
|
Өфө
+12 °С
10:19 (UTC+5), 02 Декабрь 2024

Республикала төп капиталға инвестициялар күләме дүрттән бер өлөшкә артҡан

Иван Вавилов

2024 йылдың 9 айы йомғаҡтары буйынса, Башҡортостанда төп капиталға инвестициялар 462,5 миллиард һум тәшкил иткән. Хөкүмәттең оператив кәңәшмәһендә республика етәксеһе Радий Хәбиров Росстат мәғлүмәттәренә һылтанма менән ошо турала белдерҙе.

«Беҙҙең инвестициялар артты. Алты йыл рәттән ошондай ыңғай динамика күҙәтелә»,  — тине Хәбиров.

Сағыштырыу өсөн, 2023 йылда был күрһәткес 325,4 миллиард һумға тиң ине. Транспортировкала һәм һаҡлауҙа, ғилми эшмәкәрлектә, мәҙәниәттә һәм спортта, мәғлүмәттә һәм элемтәлә, эшкәртеүсе производстволарҙа, һаулыҡ һаҡлауҙа, күсемһеҙ милектә һәм сауҙала ыңғай динамика бар.

Бынан алдараҡ инвесторҙар Башҡортостандың дәүләт-шәхси партнерлыҡ проекттарына 104 миллиард һум аҡса һалғайны.

https://www.bashinform.ru/news/economy/2024-12-02/investitsii-v-osnovnoy-kapital-v-bashkirii-sostavili-462-5-mlrd-rubley-4033073

Присоединяйтесь — больше и быстрее в наших соцсетях:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Электрон почта
inf@bashinform.ru
Адресы
450077, Уфа, Кирова, 45
Реклама хеҙмәте
(347) 250-11-11
Редакция
(347) 250-07-28
Ҡабул итеү бүлмәһе
(347) 250-05-07
Хеҙмәттәшлек
(347) 250-06-14
Кадрҙар бүлеге
ok@bashinform.ru

© 1992-2026 АО ИА «Башинформ». Свидетельство о регистрации СМИ № ТУ 02-01609 от 25.09.2017 г., выдано Управлением Федеральной службы по надзору в сфере связи, информационных технологий и массовых коммуникаций по Республике Башкортостан.

Об использовании персональных данных

Вся информация и материалы, размещенные на сайте www.bashinform.ru защищены международным и российским законодательством об авторском праве и смежных правах.

18+ запрещено для детей. 

При перепечатке или цитировании ссылка на ИА «Башинформ» обязательна. Для интернет-изданий и социальных сетей прямая активная гиперссылка обязательна. Использование логотипа ИА «Башинформ» в целях, не связанных с ссылкой на агентство при перепечатке или цитировании, допускается только с письменного разрешения АО ИА «Башинформ».
Яндекс.Метрика