Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
76.25
-0.72
89.14
-0.87
62.51
+0.52
22+ °C
Облачно
Иҡтисад
19 Ноября 2024, 12:14

Киләһе йылда республикала яңы авиамаршруттар асыла

Олег ЯровиковОлег Яровиков
Фото:Олег Яровиков

Киләһе йылдан Башҡортостанда яңы авиамаршруттар асыла. «Башинформ» хәбәрсеһенә был хаҡта «Рәсәй транспорты» халыҡ-ара форумында «Азимут» авиакомпанияһының директорҙар советы рәйесе Павел Удод хәбәр итте.

– Башҡортостан менән хеҙмәттәшлек һөҙөмтәле үҫешә. Авиакомпания йылдан-йыл Өфөнән пассажир ташыуҙы үҫтерә, маршруттарҙы арттыра. Йәғни беҙ Өфө аэропортын транзит аэропорты итеп файҙаланабыҙ,  – ти Павел Удод.

Павел Удод һүҙҙәренсә, «Рәсәй транспорты» халыҡ-ара форумында киләһе йылдарға пландар раҫлана.

– Улар төҙөлгән, күберәк федераль өлөш менән бәйле нюанстар бар, сөнки пассажир ташыуҙы үҫтереү программаһы бер аҙ үҙгәрештәр кисерә. Башҡортостан яғынан яңы маршруттар буйынса тәҡдимдәр бар. Беҙ уларҙы тағы ла бер тапҡыр тикшерергә тейешбеҙ, – тип билдәләне Павел Удод.

Хәбәр иткәнебеҙсә, Башҡортостан Башлығы ВТБ-ға Өфөлә күпер һәм кампус төҙөргә тәҡдим итте.

https://www.bashinform.ru/news/economy/2024-11-19/aviakompaniya-azimut-zapustit-novye-marshruty-iz-ufy-4014892

Автор:Инсаф Хужабиргәнов
Читайте нас