Рәсәй хөкүмәте премьер-министры Михаил Мишустин 2025-2026 йылдарға төбәктәргә онкология һәм ҡан тамырҙары үҙәктәрен ҡайтанан йыһазландырыуға субсидиялар күләмен үҙгәртеү тураһында бойороҡҡа ҡул ҡуйҙы. Документ рәсми хоҡуҡи мәғлүмәт порталында баҫылған.
Онкология үҙәктәре өсөн дөйөм сумма – 34,3 миллиард һум. Башҡортостанға 72,2 миллион һум йүнәлтелә. Ҡан тамырҙары үҙәктәрен йыһазландырыу өсөн 10,2 миллиард һум аҡса бүленә, шуның 23,6 миллион һумы – республикабыҙға, тиелә документта.
Бынан алдараҡ «Башинформ» Башҡортостандың интеллектуаль транспорт системаларын үҫтереүгә субсидия тәғәйенләнеүе тураһында яҙғайны.
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ». Свидетельство о регистрации СМИ № ТУ 02-01609 от 25.09.2017 г., выдано Управлением Федеральной службы по надзору в сфере связи, информационных технологий и массовых коммуникаций по Республике Башкортостан.
Вся информация и материалы, размещенные на сайте www.bashinform.ru защищены международным и российским законодательством об авторском праве и смежных правах.
18+ запрещено для детей.