Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
79.15
+0.96
91.84
+1.05
62.51
+0.52
-8 °C
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Иҡтисад
8 Ноябрь 2024, 13:31

Башҡортостанда ауыл хужалығы йәрминкәләре ойошторола

Рөстәм Ғәзизовтың телеграм-каналы
Фото: Рөстәм Ғәзизовтың телеграм-каналы

Башҡортостандың 37 ҡала һәм районында 8, 9 һәм 10 ноябрҙә ауыл хужалығы йәрминкәләре була, тип хәбәр иттеләр республиканың сауҙа һәм хеҙмәттәр министрлығынан.

Бындай йәрминкәләрҙә башлыса үҙебеҙҙә етештерелгән аҙыҡ-түлек һатып алырға мөмкин.

Өс көндә 53 йәрминкә майҙансығы ойошторола. Тулыраҡ мәғлүмәт һәм адрестар Башҡортостандың сауҙа һәм хеҙмәттәр министрлығы сайтында баҫылған.

Башинформ хәбәр иткәнсә, 9 һәм 10 ноябрҙә Өфөлә ауыл хужалығы йәрминкәләре ойошторола.

https://www.bashinform.ru/news/economy/2024-11-08/zhiteley-bashkirii-zhdut-na-selhozyarmarkah-4000061

Автор: Галина Бахшиева
Читайте нас