Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
78.19
+0.39
90.79
+0.05
62.51
+0.52
0 °C
Ҡар
Бөтә яңылыҡтар
Иҡтисад
23 Октябрь 2024, 10:29

Башҡортостанда бензинға тағы хаҡ артҡан

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы архивы
Фото: «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы архивы

Башҡортостанда «Башнефть» яғыулыҡ ҡойоу станцияларында бензин йәнә ҡиммәтләнгән. Хәҙер водителдәргә АИ-92 – 51,95 һумға (+10 тин), ATUM-92 – 53,05 (+10 тин), ATUM-95 иһә 56,55 һумға (+10 тин) төшә. Дизель яғыулығының хаҡы ғына шул килеш ҡалған – бер литры 63,85 һум тора.

Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, «Башнефть» 15 октябрҙә генә хаҡтарҙы үҙгәрткәйне. 28 майҙан башлап яғыулыҡтың хаҡы 20-се тапҡыр артҡан.

https://www.bashinform.ru/news/economy/2024-10-23/v-bashkirii-vnov-podorozhal-benzin-3979761

Автор: Ләйсән Закирова
Читайте нас