Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
76.25
-0.72
89.14
-0.87
62.51
+0.52
22+ °C
Облачно
Иҡтисад
21 Октября 2024, 10:08

Башҡортостан предприятиелары халыҡ-ара күргәҙмәлә ҡатнашты

скриншотскриншот
Фото:скриншот

Башҡортостан предприятиелары 17-18 октябрҙә Минеральные Воды ҡалаһында үткән InRussia халыҡ-ара форум-күргәҙмәһендә ҡатнашты. Был турала Башҡортостан хөкүмәтенең оператив кәңәшмәһендә республика вице-премьеры – сәнәғәт министры вазифаһын башҡарыусы Александр Шельдяев һөйләне.

Делегация составына республиканың 25 вәкиле, шул иҫәптән сәнәғәт компаниялары, индустриаль һәм технопарктар етәкселәре инде. Күргәҙмәлә илдең 14 төбәге күрһәтелде. Башҡортостан менән стендта «Башсода», Туймазы автобетоновоздар заводы, «Мехатроника», «Уфимец», «Корона» кеүек компаниялар һәм индустриаль, технопарктарҙың башҡа резиденттары таныштырҙы.

Онлайн режимында «Мебельные решения» компанияһының «Промцентр» индустриаль паркында яңы майҙансыҡ асылды. Йәмғеһе 130 кеше эшкә урынлашҡан, артабан 500-гә яҡын хеҙмәткәрҙе эш менән тәьмин итеү планлаштырыла.

Форум барышында төбәктәрҙең яңы технопарктары үҙ проекттарын яҡланы, Башҡортостандан «Нижегородский» индустриаль паркы сығыш яһаны.

Дағстан, Ҡабарҙа-Балҡар, Ырымбур ойошмалары һәм компаниялары менән берлектәге производство эше тураһында килешеүҙәр төҙөлдө.

Башинформ хәбәр иткәнсә, 2030 йылға тиклем республикала 30 технопарк булдырыу планлаштырыла. Әле Башҡортостанда биш йылдам үҫеш биләмәһе һәм «Алға» махсус иҡтисади зонаһы, 12 индустриаль һәм 19 технопарк эшләй.

https://www.bashinform.ru/news/economy/2024-10-21/bashkirskie-predpriyatiya-prinyali-uchastie-v-vystavke-inrussia-3976984

Автор:Элина Әхмәтова
Читайте нас