«Алға» махсус иҡтисади зонаһы Рәсәй махсус иҡтисади зонаһының II ESG-рейтингы лидерҙары исемлегенә инде. Уның һөҙөмтәләрен Дубнала халыҡ-ара махсус иҡтисади зона форумы сиктәрендә Рәсәйҙең Кластерҙар, технопарктар һәм Махсус иҡтисади зона ассоциацияһы (АКИТ) күрһәтте. Инфраструктура майҙансыҡтарында тотороҡло үҫеш принциптарын индереү рейтингында «Алға», уҙған йыл менән сағыштырғанда өс баҫҡысҡа күтәрелеп, етенсе урынды алды. Был хаҡта Башҡортостан хөкүмәтенең матбуғат хеҙмәте хәбәр итә.
ESG повестка – тотороҡло үҫешкә булышлыҡ иткән бизнесты алып барыу принциптары йыйылмаһы. «Алға» махсус иҡтисади зонаһында ул резиденттар өсөн инфраструктура булдырыуҙа, идара итеүҙе камиллаштырыуҙа, тирә-яҡ мөхитте һаҡлауҙа сағыла.
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ». Свидетельство о регистрации СМИ № ТУ 02-01609 от 25.09.2017 г., выдано Управлением Федеральной службы по надзору в сфере связи, информационных технологий и массовых коммуникаций по Республике Башкортостан.
Вся информация и материалы, размещенные на сайте www.bashinform.ru защищены международным и российским законодательством об авторском праве и смежных правах.
18+ запрещено для детей.