Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
79.07
0
91.39
-0.55
62.51
+0.52
-3 °C
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Иҡтисад
17 Май 2024, 15:13

Өфө янында 310 миллион һумға яңы көнкүреш хеҙмәтләндереү комплексы төҙөлә

Башҡортостан хөкүмәтенең матбуғат хеҙмәте
Фото: Башҡортостан хөкүмәтенең матбуғат хеҙмәте

Өфө эргәһендә «Затон» яңы көнкүреш хеҙмәтләндереү комплексы төҙөлә. Инвестицияларҙың дөйөм күләме 310 миллион һум. Проект өҫтөнлөклөләр исемлегенә индерелгән. Уны бойомға ашырыу өсөн инвестор ерҙе сауҙаһыҙ ҡуртымға алырға мөмкин.

Яңы комплекс Өфө районының Михайловка ауылы янында, М-7 «Волга» федераль трассаһы буйында. Проекттың инициаторы — «Альянс-Р» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте. Комплекста химик таҙартыу, мебель һәм йорт кәрәк-яраҡтарын ремонтлау, бөҙрәхана, матурлыҡ салондары хеҙмәттәрен күрһәтеү ҡаралған. Бында шулай уҡ көнкүреш тауарҙары магазиндары, дарыухана, дөйөм туҡланыу пункты, еңел һәм ауыр йөк машиналары өсөн парковка, комплексҡа килеүселәр өсөн ял итеү урындары һәм электр автомобилдәрен заправкалау пункты эшләйәсәк.

Проектты тормошҡа ашырыу Михайловка ауылында 15 яңы эш урыны булдырырға мөмкинлек бирәсәк. Компания төҙөлөштө 2026 йылда тамамларға ниәтләй, тип хәбәр итте республиканың сауҙа һәм хеҙмәттәр министры Алексей Гусев.

https://www.bashinform.ru/news/economy/2024-05-17/pod-ufoy-postroyat-novyy-kompleks-bytovogo-obsluzhivaniya-za-310-mln-rubley-3771035

Автор: Ләйсән Закирова
Читайте нас