Среда, 15 Апреля 2026
|
Уфа
+14 °С
10:35 (UTC+5), 24 Апреля 2024

Азербайжанда Башҡортостандың агросәнәғәт ҡеүәте менән таныштырҙылар

Фото: Башҡортостандың Ауыл хужалығы министрлығы
Роман Якимчук

Башҡортостан хөкүмәте премьер-министры урынбаҫары – ауыл хужалығы министры Илшат Фәзрахманов етәкселегендәге республика аграрийҙарының рәсми делегацияһы – Азербайжанда. Азербайжан Республикаһының ауыл хужалығы министры урынбаҫары Эльчин Зейналов менән эшлекле осрашыуҙа Илшат Фәзрахманов Башҡортостандың агросәнәғәт комплексы ҡеүәте менән таныштырҙы. Ул төбәктең инвестиция ҡеүәте, ауыл хужалығы етештереүселәренә ярҙам саралары тураһында һөйләне, тип хәбәр итә Башҡортостан Ауыл хужалығы министрлығының матбуғат хеҙмәте.

Сәфәр барышында азербайжан коллегаларыбыҙ менән хеҙмәттәшлек итеү өсөн дөйөм йүнәлештәр табыу планлаштырыла. Башҡортостанда халыҡтың 60% – мосолман. Шуға күрә республикала ауыл хужалығы продукцияһының күбеһе «Хәләл» стандарттары буйынса етештерелә, күп предприятиелар ғәрәп илдәре таныған махсус сертификаттар алды. Өҫтәүенә республика ауыл хужалығы продукцияһы экспортын арттыра.

Бынан тыш, агросәнәғәт йүнәлешен үҫтергән «Азерсун» холдингының генераль директоры Мөхәммәт Гёзал менән һөйләшеүҙәр үтте. Азербайжан яғы Башҡортостандың юғары потенциалына ҡыҙыҡһыныу белдерҙе. Яҡтар республикабыҙҙан киптерелгән һөт ташыу мөмкинлеген ҡараны.

Бынан алдараҡ «Башинформ» Башҡортостан өсөн ышаныслы тышҡы иҡтисади бәйләнештәр асҡан мөмкинлектәр хаҡында һөйләне.

https://www.bashinform.ru/news/economy/2024-04-24/v-azerbaydzhane-prezentovali-agropromyshlennyy-potentsial-bashkirii-3740415

Присоединяйтесь — больше и быстрее в наших соцсетях:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Эл. почта
inf@bashinform.ru
Адрес
450077, Уфа, Кирова, 45
Рекламная служба
(347) 250-11-11
Редакция
(347) 250-07-28
Приемная
(347) 250-05-07
Сотрудничество
(347) 250-06-14
Отдел кадров
ok@bashinform.ru

© 1992-2026 АО ИА «Башинформ». Свидетельство о регистрации СМИ № ТУ 02-01609 от 25.09.2017 г., выдано Управлением Федеральной службы по надзору в сфере связи, информационных технологий и массовых коммуникаций по Республике Башкортостан.

Об использовании персональных данных

Вся информация и материалы, размещенные на сайте www.bashinform.ru защищены международным и российским законодательством об авторском праве и смежных правах.

18+ запрещено для детей. 

При перепечатке или цитировании ссылка на ИА «Башинформ» обязательна. Для интернет-изданий и социальных сетей прямая активная гиперссылка обязательна. Использование логотипа ИА «Башинформ» в целях, не связанных с ссылкой на агентство при перепечатке или цитировании, допускается только с письменного разрешения АО ИА «Башинформ».
Яндекс.Метрика