Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
91.82
+0.7
98.95
+0.64
84.04
+0.46
7+ °C
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Иҡтисад
23 Апрель , 11:54

Башҡортостан Башлығы аграрийҙарға сәсеү кампанияһын уңышлы үткәреүҙәрен теләне

Видео:Радий Хәбировтың социаль селтәрҙәре

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров социаль селтәрҙәге сәхифәһендә сәсеү кампанияһының башланыуын билдәләне һәм аграрийҙарға уңыштар теләне.

«Башҡортостанда яҙғы сәсеү эштәре башланды. 22 апрелгә ҡарата 21 район хужалыҡтары сәсеүгә төшкән. Республиканың көньяғында ғына түгел, төньяҡ һәм төньяҡ-көнсығыш райондар ҙа эшкә тотонған, быйыл һауа торошо мөмкинлек бирә.

Башлыса бойҙай, һоло, арпа сәсәләр. Шәкәр сөгөлдөрөн сәсеү ҙә башланды.

Шишмә, Өфө, Ҡырмыҫҡалы райондары хужалыҡтары алдынғылыҡты бирмәй. Быйыл беҙгә 2 миллион 70 мең гектарҙан ашыу майҙанда яҙғы культуралар сәсеү бурысы тора», — тип яҙа Радий Хәбиров.

https://www.bashinform.ru/news/economy/2024-04-23/glava-bashkirii-pozhelal-agrariyam-udachnoy-posevnoy-kampanii-3738619

Автор:Элина Әхмәтова
Читайте нас: