Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
91.82
+0.7
98.95
+0.64
83.88
+0.3
7+ °C
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Иҡтисад
22 Март , 11:04

22-24 мартта республиканың 27 ҡала һәм районында ауыл хужалығы йәрминкәләре ойошторола

22 марттан 24-нә тиклем Башҡортостандың 27 муниципалитетында һәм ҡалаһында ауыл хужалығы йәрминкәләре була, тип хәбәр иттеләр республиканың сауҙа һәм хеҙмәттәр министрлығынан.

Бындай йәрминкәләрҙә башлыса үҙебеҙҙә етештерелгән сифатлы аҙыҡ-түлек һатып алырға мөмкин.

Ошо өс көндә сауҙа итеү өсөн йәмғеһе 38 майҙансыҡ ойошторола. Адрестар һәм башҡа мәғлүмәттәр сауҙа һәм хеҙмәттәр министрлығының сайтында бар.

Әгәр һеҙ ял көндәре йәрминкәһендә һатыусы булып ҡатнашырға теләһәгеҙ, һеҙгә һылтанма буйынса үтеп, таблицала ҡыҙыҡһындырған районды табырға кәрәк. Артабан күрһәтелгән номер буйынса шылтыратып һөйләшергә мөмкин.

Башинформ хәбәр иткәнсә, уҙған аҙнала Өфөлә ял көндәре йәрминкәләре 15 марттан 17-һенә тиклем үткәрелде.

https://www.bashinform.ru/news/economy/2024-03-22/s-22-po-24-marta-selhozyarmarki-proydut-v-27-gorodah-i-rayonah-bashkirii-3696152

Автор:Галина Бахшиева
Читайте нас: