Хөкүмәттең аҙналыҡ оператив кәңәшмәһендә Башҡортостан Башлығы Санкт-Петербург менән хеҙмәттәшлекте киңәйтергә ҡушты. Башҡортостан көндәре барышында республикабыҙ төньяҡ баш ҡалала лайыҡлы күрһәтелде, был үҙ-ара мөнәсәбәттәрҙе үҫтереү өсөн мөмкинлектәр асты, тип билдәләне Радий Хәбиров.
«Беҙҙе унда көтәләр, һеҙ быны дауам итееҙ. Илшат Илдус улы [Фәзрахманов, Башҡортостандың ауыл хужалығы министры], унда үҙебеҙҙең аҙыҡ-түлек йәрминкәләрен ойошторорға кәрәк. Үтә бит, үҙегеҙ күрҙегеҙ. Был бер. Торлаҡ-коммуналь өлкәһендә кооперация, Алан Викторович [Марзаев, премьер–министр урынбаҫары], машиналар эшләү өлкәһендә кооперация, Александр Николаевич [Шельдяев, сәнәғәт, энергетика һәм инновациялар министры], туризм, һоҡланғыс ҡала һәм бай туристик программа. Әйткәндәй, «Башҡорт оҙон ғүмерлелеге» проектын да индерҙек», - тине республика етәксеһе.
Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, 2023 йылдың 25-27 авгусында Санкт-Петербургта Башҡортостан Республикаһы көндәре уҙҙы, унда 115 меңгә яҡын кеше килде. «Ҡаҙ һәм бал» гастрофестиваленә Башҡортостандан 3,5 тонна бал һәм 2,5 мең литр ҡымыҙ килтерелде. Барлыҡ продукция өс көндә һатылып бөттө.