Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
80.23
0
91.98
0
62.51
+0.52
-3 °C
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Иҡтисад
24 Ғинуар 2024, 17:05

Хеҙмәт министры вахтасыларҙы «Башҡорт вахтаһы» проекты менән таныштырҙы

Ленара Иванованың телеграм-каналы
Фото: Ленара Иванованың телеграм-каналы

Республиканың хеҙмәт министры Ленара Иванова һәм Өфө моторҙар эшләү берекмәһенең башҡарыусы директоры Евгений Семивеличенко Бөрөлә вахтасылар менән осрашты һәм уларҙы «Башҡорт вахтаһы» проекты менән таныштырҙы.

«Асылы: Себергә вахтаға йөрөгән һәм бер ай (кемдер ике-өс) эшләп, һуңынан бер ай өйҙә ял итергә өйрәнгән ир-егеттәргә үҙенең вахтаһын Өфө моторҙар эшләү производство берекмәһендәге вахтаға алмаштырырға тәҡдим ителә. Эш хаҡы буйынса шарттар яҡынса шундай уҡ, һаулығыңды бөтөрөргә кәрәкмәй, ғаиләң дә эргәңдә», - тип яҙҙы Ленара Иванова үҙенең телеграм-каналында.

Осрашыуҙа Бөрө районынан 150 кеше ҡатнашты. Улар араһында — вахтасылар  ғына түгел, уларҙың ҡатындары, шулай уҡ ауыл биләмәләре башлыҡтары.

«Иғтибар менән тыңланылар. Һуңынан төрлө һорауҙар бирҙеләр. Ҡыҙыҡһынып, ошондай тәҡдимде ҡабул итеүселәр булыр тип уйлайбыҙ. Һөҙөмтәләр көтәбеҙ», — тип йомғаҡ яһаны Башҡортостандың ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министры.

Башҡортостанда мәшғүллек хеҙмәте эшенең нисек үҙгәреүе тураһында Башинформ материалынан белергә мөмкин.

https://www.bashinform.ru/news/economy/2024-01-24/glava-mintruda-rasskazala-vahtovikam-o-proekte-bashkirskaya-vahta-3615748

Автор: Галина Бахшиева
Читайте нас