«Өфө һыу каналы» предприятиеһы хәбәр итеүенсә, ғәмәлдәге ҡануниәткә ярашлы һәм Башҡортостандың Тарифтар буйынса дәүләт комитетының 2023 йылдың 13 декабрендәге ҡарарҙары нигеҙендә 2024 йылға һыу менән тәьмин итеү, һыу бүлеү хеҙмәттәре өсөн хаҡ раҫланған. Хаҡты 1 июлдән арттырыу планлаштырыла.
Баҫылып сыҡҡан мәғлүмәттәргә ярашлы, халыҡ өсөн эсәр һыуҙың бер кубометры 30,79 һумдан 35,10 һумға тиклем ҡиммәтләнә. Һыу бүлеү - бер кубометры 33,88 һумдан 38,62 һумғаса күтәрелә. Халыҡ өсөн техник һыуға тариф үҙгәрмәй, бер кубометр өсөн 39,95 һум була.
Бынан алда «Башинформ» 2024 йылда Башҡортостанда торлаҡ-коммуналь хеҙмәттәргә хаҡтың ни өсөн ҡиммәтләнеүе тураһында хәбәр иткәйне.