Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
79.15
0
91.84
0
62.51
+0.52
-24 °C
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Иҡтисад
12 Декабрь 2023, 15:36

Республикаға мәктәптәрҙә яңы урындар булдырыу өсөн өҫтәмә аҡса бүленә

Рәсәй хөкүмәтендә төбәктәр өсөн субсидиялар күләменә аныҡлыҡ индерелде. Аҡса 2023 һәм 2024 йылдарҙа белем биреү ойошмаларында яңы урындар булдырыуға йүнәлтелә. Тейешле бойороҡҡа Рәсәй Федерацияһы хөкүмәте рәйесе Михаил Мишустин ҡул ҡуйған. Документ рәсми хоҡуҡи мәғлүмәт порталында баҫылған. Унда күренеүенсә, Башҡортостан 2023 йылда - 258,2 миллион һум, ә 2024 йылда 404,8 миллион һум дотация алырға тейеш.

Төбәктәр араһында бөтәһе 68,89 миллиард һум бүленә.

Хәбәр иткәнебеҙсә, Башҡортостанға мәғариф өлкәһен үҫтереү өсөнфедераль субсидия бүленә.

https://www.bashinform.ru/news/economy/2023-12-12/bashkiriya-poluchit-dopolnitelnoe-finansirovanie-na-sozdanie-novyh-mest-v-shkolah-3561859

Автор: Әлфиә Әһлиуллина
Читайте нас